+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
30 Май 2025, 08:50

Һеҙҙе көтә "Китап байрамы"!

Бөгөн Өфөлә III «Китап Байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды. Совет майҙанында Рәсәйҙең төрлө ҡала һәм төбәктәренән 100-ләп нәшриәт вәкилдәре эшләй.

Һеҙҙе көтә  "Китап байрамы"!Һеҙҙе көтә  "Китап байрамы"!
Һеҙҙе көтә "Китап байрамы"!

Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ростов, Киров, Мурманск, Һамар, Волгоград, Һарытау, Свердловск, Түбәнге Новгород, Силәбе өлкәләренән, Сыуаш, Удмурт, Коми, Татарстан, Дағстан, Марий Иле, Саха (Яҡутия), Хакас, Мордва республикаларынан килгәндәр. Шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Иран нәшерселәре ҡатнаша.

Йәрминкәлә яҙыусылар, шул иҫәптән Олег Рой, актриса, яҙыусы  Оксана Федорова, МХО-ла танкыларға ҡаршы взвод командиры булған шағир  Сергей Лобанов менән осрашыуҙар була.

Аҡмулла сәхнәһендә туҡтауһыҙ спектаклдәр барасаҡ.  Ә төп сәхнәлә 19.00 сәғәттә Рәсәй Армияһы театры Зоя Космодемьянскаяға арналған «Ҡыҙҙар» тигән спектаклен тәҡдим итәсәк.

Форумдың тәүге көнө Бөйөк Ватан һуғышына, махсус хәрби операцияға бағышлана һәм «Батырлыҡ тураһында һүҙ» тип атала. Мәҫәлән, БР Милли музейында  «Илем яҙмышында һуғыш» тигән күргәҙмә эшләй. Башҡортостан «Китап» нәшриәте Еңеүҙең 80 йыллығына арнап нәшер ителгән китаптарын күрһәтә.  Донбасс шағиры, МХО ҡатнашыусыһы Сергей Нихаенконың концерты була.

Балалар өсөн “Русское слово” нәшриәте маршал Георгий Жуков тураһында интеактив сара үткәрә. Ул тиҙҙән, 10-30 сәғәттә, башлана. 12-лә ошо уҡ нәшриәт яңы китап менән таныштыра һәм балаларҙы командир картаһы төҙөргә өйрәтә.14-30-ҙа инвалид балалар өсөн үткәрелгән “Беҙ һеҙҙе онотмабыҙ, батырҙар” тигән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү була. Кис 20-30-ҙа “Суворовец 1944” тигән кино күрһәтеләсәк.

 Сығанаҡ: "Аманат".

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас