

Мәҫәлән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәш ҡатнашыусылар "Айыу һәм бал" башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса йәнһүрәт төшөрҙө.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәш ҡатнашыусылар «Айыу һәм бал» башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса йәнһүрәт төшөрҙө. Китапханасылар йәнһүрәт төшөрөү технологияһы серҙәрен, төшөрөү һәм монтажлау процесын күрһәтте.
— Балалар әкиәт геройҙарын пластилиндан эшләй, ә беҙ яратҡан персонаждар ҡатнашлығында уларға йәнһүрәт төшөрөү тураһында һөйләйбеҙ, — ти "ТалантиУм" етәксеһе Татьяна Валл.
Ул, йәнһүрәттәр донъяһы балалар менән өлкәндәр хеҙмәттәшлеге өсөн бик ҡулай, ҙур мөмкинлектәр бирә, тип иҫәпләй.
Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте.