+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 18:01

"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы

Китап байрамы ваҡытында үткән “Таланттар йондоҙлоғо” концерты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәләттәрен асыу майҙансығы булып торҙо. Ул инде 14 тапҡыр уҙғарылған, ә бөгөнгө байрамда иң-иңдәрҙе бер урынға тупланы.

"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы
"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы

Башҡорт, татар, урыҫса яңғыраған йырҙар, төрлө бейеүҙәр, ғәҙәти кеше өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып торған ым-ишара ярҙамында йырҙар тәҡдим ителде тамашасыға. Сығыш яһаған балалар барыһы ла төрлө йылдарҙа “Таланттар йондоҙлоғо” конкурснда призлы урындар яулаған.

– Ейәнсәрем Милана менән ейәнем Глеб Рыбалкиндар – игеҙәктәр. Тиҙҙән 10 йәштәре тула, Ноғай ҡасабаһындағы 147-се мәктәптә уҡыйҙар. Милана ишетмәй, шулай ҙа беҙ уны һөйләшергә өйрәтәбеҙ. Ағаһы ярҙамсы булараҡ уның менән бергә сығыш яһай. Был конкурста бишенсе йыл ҡатнашалар. Былтыр Гран-при алдылар. Быйыл Мәскәүгә “Аҡ пароход” конкурсына барырға лайыҡлы тип табылдылар. “Әсә йөрәге” ойошмаһына, уның етәксеһе Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраһимоваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошондай үҙенсәлекле балаларға һәләттәрен үҫтерергә юл асалар бит улар. Күҙҙәре күрмәгән, ҡолаҡтары ишетмәгән, ә йыр-бейеүгә таланты булған балалар һәм үҫмерҙәр һәр ерҙә үҙен күрһәтә алмай бит! – ти тамашасылар араһында ултырған өләсәй Әлфиә Рәфҡәт ҡыҙы Ғайсина. – Балаларға шул тиклем оҡшай, төрлө сараларҙа ҡатнашырға әҙер генә торалар.

Артабан да уңыштар һеҙгә, балалар!

АВТОР фотолары һәм видеолары.

"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы
"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы
"Таланттар йондоҙлоғо" балҡышы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас