

Уның менән бергә коллегаһы Галина Дядина сығыш яһаны. Бергәләп 15-ләп китап яҙған улар.
"Балалар әҙәбиәте өлгөләре оптимизм менән һуғарылған. Ысынлап та, балаға шатлыҡ витамины бик кәрәк, ул саҡта физик һәм психик яҡтан сәләмәт быуын үҫәсәк, - тине ул. - Шуға күрә мин үҙем дә хәҙер башлыса балалар өсөн китаптар уҡыйым. Әйткәндәй, Рәсәйҙә заманса балалар әҙәбиәте бик шәп. Мәҫәлән, Галина Дядина, Анастасия Орлова, Юлия Симбирская, Валентина Дегтева, Кристина Стрельникова, Наталья Карпова, Александр Киселев, Станислав Востоков ижады маҡтауға лайыҡ".
Андрей Усачев үҙе лә - балалар өсөн бик күп китаптар авторы («Умная собачка Соня», «Малуся и Рогопед», «Приключения „Котобоя“», «Лето в Дедморозовке» һәм башҡалар).