

Ә кисен театр артистары кескәйҙәргә “Дурацкий цЫрк” спектакль-тамашаһын ҡуйҙы. Импровизациягә ҡоролған уйын барышында артистар ихлас уйнаны. Улар төрлө жонглер оҫталыҡтарын күрһәтеп, моноциклда трюктар яһаны, ҡыҙыҡлы фокустар күрһәтте. Балаларға ныҡ оҡшаны. Майҙан кескәйҙәрҙең шат тауышынан яңғырап торҙо.
Балалар тамашаны рәхәтләнеп ҡарап, көлөп-шатланып өйҙәренә таралышты.
Фото: Юлиә Төхбәтуллина.