

Уның көйөн композитор Аркадий Островский яҙһа, ә һүҙҙәрен Зоя Петрова ижад иткән. Йырҙы Олег Ануфриев һәм Валентина Толкунова башҡара. Был һоҡланғыс йыр менән бер нисә быуын тәрбиәләнгән һәм бөгөн дә дауам итә.
Программаның үҙенсәлеге булып, тапшырыуҙың геройҙары - ғәҙел һәм аҡыллы Филя, шаян һәм мәкерле Хрюша, изге күңелле һәм һиҙгер Степашка, һөйкөмлө һәм нәзәкәтле ҡыҙ - Каркуша тора.
«Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуында гел изге күңелле алып барыусылар булған. Владимир Ухин Һәм Валентина Леонтьева, Оксана Федорова, Анна Михалкова, Сергей Безруков һәм Михаил Пореченков...
Байрамға килегеҙ, кескәйҙәр! Һеҙҙе тапшырыуҙың геройҙары һәм алып барыусылары көтә!
Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.