+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
7 Июнь 2025, 09:05

«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә – «Аҡ тирәк, күк тирәк»

Аҡмулла исемендәге БДПУ алдында бөгөн дә, иртәгә лә  «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Тирмә», «Көршәк ватыу» уйындарын уйнаталар.

«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә – «Аҡ тирәк, күк тирәк»«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә – «Аҡ тирәк, күк тирәк»
«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә – «Аҡ тирәк, күк тирәк»

Бәләкәстәргә «Һыбайлылар», «Арҡан тартыу» эстафеталары, йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереү, «Йәшерәм яулыҡ», «Үҙеңә бүләк ҡырҡ», «Күҙ бәйләш» уйындары ойошторола. «Минең кеүек эшлә!» музыкаль уйыны ла күңелдәренә хуш килер. Шулай уҡ йәйәнән уҡ атып ҡарарға мөмкин.
Башҡорт халыҡ уйындарын һәм  төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙы «Әйҙә, уйнарға!» фестивале буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге үткәрә.

Майҙансыҡҡа рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар!

 

Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас