+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
8 Июнь 2025, 11:40

“Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмы күрһәтеләсәк

Совет майҙанында кискеһен төп сәхнәлә “Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмы күрһәтеләсәк.

“Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмы күрһәтеләсәк“Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмы күрһәтеләсәк
“Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмы күрһәтеләсәк

Анимацион фильм башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса төшөрөлгән. Проект авторы Дамир Мөхәмәтйәров билдәләүенсә, фильмдың 12 минут эсендә ижад төркөмө тамашасыларға халыҡ эпосының тәрән мәғәнәһен еткерергә тырышасаҡ.

“Урал батыр һәм Самрау батшалығы” мультфильмын Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Дмитрий Маликов концертынан һуң  күрһәтәсәктәр.

Килегеҙ, ҡарағыҙ, дуҫтар!

Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас