+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
8 Июнь 2025, 19:45

"Өс йәштән камера алдындамын"

Алып барыусы Гоша Котский "Әйҙә уйнарға" фестивале масштабына иҫе китеүен белдерҙе.

"Өс йәштән камера алдындамын""Өс йәштән камера алдындамын"
"Өс йәштән камера алдындамын"

"У меня лапки" тапшырыуы алып барыусыһы Гоша Котский үҙенең "Смешband" төркөмөндәге коллегалары менән ихлас автограф таратты. Ул журналистарға үҙе хаҡында ла һөйләне. 

Өс йәшенән телевидениела төшә башлай. Әле балалар өсөн күңел асыу-танып белеү программаһын алып бара. Унда ике тутыйғошо менән бергә йорт хайуандары тураһында һөйләй. Эфир алдынан туйғансы йоҡларға кәрәк, ти ул. Сценарийҙы өйрәнергә һәм импровизацияға әҙер булырға кәрәк. Сөнки төрлө көтөлмәгән хәлдәр булыуы бар.

Фестивалгә килгәндә, бына нимә ти Гоша Котский:

- Был сараның ни тиклем ҙур булыуына шаҡ ҡатам. Майҙансыҡтар буйлап йөрөргә һәм үҙемә иҫтәлеккә нимәлер һатып алырға ваҡыт табырмын, тип ышанам. Бындай саралар мотлаҡ кәрәк, улар бала саҡҡа ҡайтара.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас