

Байрам дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо уңайҙан "Рәсәй" медиаүҙәгендә журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үтте. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды етәксеһе, депутат Гөлнур Ҡолһарина сараның нисек ойоштороласағы тураһында һөйләне.
Халыҡ йолаларын һаҡлау беренсе урында торһа ла, инде икенсе йыл рәттән махсус хәрби операция темаһына ла ҙур иғтибар бүленә. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, йәрминкә, концерт буласаҡ.
Балалар башҡорт халыҡ уйындары менән таныша аласаҡ. Гәзитебеҙгә яҙылыу ҙа ойоштороласаҡ.