

Үҙенсәлекле фестиваль быйыл дүртенсегә үтте. Им-томсолар, өшкөрөүселәр, һөлөк һалыусылар, быуын ултыртыусылар, табиптар, юристар, психологтар бер урынға йыйылды.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды етәксеһе, депутат Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, халыҡ йолаларын һаҡлау беренсе урында торһа ла, инде икенсе йыл рәттән махсус хәрби операция темаһына ла ҙур иғтибар бүленә.
Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, йәрминкә, концерт та булды. Балалар башҡорт халыҡ уйындары менән танышты. Гәзитебеҙгә яҙылыу ҙа ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙә булыр.