+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
29 Июль 2025, 13:07

Башҡортостан данын яҡлаясаҡтар

Волга буйы федераль округының “Гвардеец-2025” йәш армеецтар хәрби-патриотик йыйынына кемдәр эләкте? #МинПросРБ #ЦПВМДПМРБ #ГвардеецПФО #ОкружныесборыГвардеец #УМЦАвангард #ПаркПатриот #патриотическоевоспитание

Башҡортостан данын яҡлаясаҡтарБашҡортостан данын яҡлаясаҡтар
Башҡортостан данын яҡлаясаҡтар

Әлбиттә, иң илһөйәрҙәр, иң әүҙемдәр һәм иң сыҙамлылар! “Беренселәр хәрәкәте” тормошонда актив ҡатнашҡан үҫмерҙәр араһынан 20 кеше һайлап алынды. Улар республика данын хәрби йыйында яҡлаясаҡ.

18 төбәктән килгән командалар 21 көн дауамында Пенза артиллерия инженер институты базаһында йәшәйәсәк һәм әрме тормошон өйрәнәсәк. Физик сыҙамлылыҡты үҫтереү, үҙеңде һынау, командаңды күрһәтеү, дисциплина, яуаплылыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү кеүек маҡсаттар тора алда.

36 мең 608 егет араһынан 61-е ярыштарҙың төбәк этабында ҡатнашыу өсөн һайлап алынды. Конкурс 5 июндән 11-енә тиклем Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Владимирович Серафимов исемендәге «Патриот» паркының «Авангард» уҡыу-методик үҙәге базаһында уҙҙы. Ә әле унда “Гвардеец”ҡа әҙерлек бара. Курсанттарҙы тәжрибәле остаздары Ирек Хәсәнбәков (Дүртөйлө ҡалаһы) һәм Артем Авзалов (Октябрьский ҡалаһы) әҙерләй.

Командаға уңыштар теләйбеҙ!

 

 

Башҡортостан данын яҡлаясаҡтар
Башҡортостан данын яҡлаясаҡтар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас