

Өфөләге белем усаҡтарында эшләп килгән “Беренселәр хәрәкәте” бүлексәләренең рәйестәре өсөн үткәрелгән осрашыу булды ул. Барлығы 50 вәкил ҡатнашты.
Маҡсат – урындарҙағы үҙидара системаһын үҫтереү, ҡатнашыусыларҙа индивидуаль һәм коллектив үҫеш күнекмәләрен формалаштырыу, ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле белем алыу.
– “Әүҙемдәр мәктәбе” проекты – беҙҙең балалар өсөн мөһим майҙансыҡ. Һәр ҡатнашыусы файҙа ала унда. Беҙ үҫмерҙәрҙең асылыуын, инициативалы фекер йөрөтөүен, идеялар тәҡдим итеүен һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуын күрәбеҙ. Тап ошондай саралар буласаҡ лидерҙарҙы формалаштыра, улар үҙҙәренең мәктәбен, ҡалаһын һәм республикаһын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә әҙер, – ти Өфөләге “Беренселәр хәрәкәте” рәйесе Камил Ринат улы Нураев.