+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2025, 09:53

Үткәлдә таҡтаташ асылды

Белорет районы Үткәл мәктәбендә былтыр махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Илдар Таштимер улы Шәғәлингә таҡтаташ асылды.

Үткәлдә таҡтаташ асылдыҮткәлдә таҡтаташ асылды
Үткәлдә таҡтаташ асылды

Бала саҡтан хәрби булырға хыялланған егет Тольяттиҙа училищела белем ала, Балтика буйында, Калининград өлкәһендә флотта хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әбйәлил районында инженер коммуникациялары менән шөғөлләнгән ойошма аса.

Өлөшләтә мобилизация башланыу менән, Илдар Таштимер улы яуға китә. Маҡсатҡа ынтылыусан, ярҙамсыл яугир хеҙмәттәштәре араһында ҙур ихтирам ҡаҙана. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда ла гел махсус хәрби операциялағы дуҫтарын ҡайғырта. Синыфташтары – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһын тамамлаусылар менән бергә “УАЗ” автомобиленә аҡса йыя. Һуңынан дуҫтары, яҡташтары, туғандары ярҙамында йәнә ике һыу ташыусы автомобилгә аҡса туплай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар хәрби биләмәгә батыр һәләк булғас ҡына барып етә. Автомобилдәргә Илдар Таштимер улының фотоһы ҡуйылған.

Тыуған ауылында Илдар Таштимер улын бер ҡасан да онотмаясаҡтар. Ул – беҙҙең Герой.

Үткәлдә таҡтаташ асылды
Үткәлдә таҡтаташ асылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас