+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2025, 04:27

Акцияға йомғаҡ яһалды

Республикабыҙҙа 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" хәйриә акцияһы үткәйне.

Акцияға йомғаҡ яһалдыАкцияға йомғаҡ яһалды
Акцияға йомғаҡ яһалды

Уны  Башҡорт­остан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, "Ғаилә" республика ресурс үҙәге ойошторҙо. Ошо көндәрҙә акцияға йомғаҡ яһалды. Министр Ленара Иванова белдереүенсә, быйыл унда 1,5 меңдән ашыу кеше һәм ойошма ҡатнашҡан, барлығы 15,8 миллион аҡса йыйылған. 10 мең 295 уҡыусыға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам күрһәтелгән, шуларҙың 1 мең 882-һе — махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. 

15 йыл рәттән ойошторолған "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы матур йолаға әүерелде. 

Фото:sun9-21.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас