

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV халыҡ-ара «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале майҙансыҡтарында булды һәм Баймаҡ районының халҡы һәм һөнәрмәндәре менән аралашты.
– Быйыл «Башҡорт аты» фестивален Баймаҡ районының 95 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә үткәрелгән тантаналы саралар, Сибайҙың 70 йыллығы, Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы менән берләштерҙек. Фестиваль майҙанында артабан федераль кимәлдәге башҡа саралар үткәрерлек капиталь объекттар төҙөү идеяһы ла бар, – тине Радий Хәбиров.
Фестивалдең бер майҙансығында республика етәксеһенә Баймаҡ районы тарихы тураһында ла һөйләнеләр.
Радий Хәбиров шулай уҡ Баймаҡ балалар технопарк тәрбиәләнеүселәре менән әңгәмәләште. Балалар төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән эшләгән роботтарҙы күрһәтте.
Республика етәксеһе «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһендә булып, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталарының изделиелары менән танышты, республика Хәрби Дан музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының «Башҡортостан Ватан һағында» патриотик майҙанында булып, фестиваль ҡунаҡтары менән бергә атлылар парадын ҡараны.
Әйткәндәй, башҡорт аты гимнының исем-туйы фестивалде асыу тантанаһының иң сағыу ваҡиғаһы булғандыр, моғайын. Бынан алда республикала фестивалдең төп йырына конкурс иғлан ителгәйне. Композитор Рәмил Туйсин еңеүсе булды. Ул «Башҡорт аты» гимнының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне.
Ат сабыштары бар халыҡтың иғтибарын яулаған матур тамаша булды.
Ейәнсура районы вәкилдәре атлылар парады һөҙөмтәһе буйынса I урынды алһа, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары атлылары артабанғы урындарҙы бүлеште.
Шулай ҙа төп бүләк баймаҡтарҙа ҡалды. 3 йәшлек һәм унан ҙурыраҡ бөтә төр аттар сабышҡан бәйгелә 6000 — 12000 метрлыҡ аралыҡта финишты беренсе булып үткән «Красивая» ҡушаматлы ат, хужаһы Сергей Айсеновҡа матур еңеү килтерҙе — уға бүләккә төп приз-автомобиль эләкте!
Йылайыр районының Һултантимер ауылынан Нур Йомабаевтың «Ыласын» ҡушаматлы аты 6000 — 12000 метрлыҡ аралыҡта беренсе булып килде. Әйткәндәй, атты бәйгегә әҙерләүсеһе һәм сабыусыһы — Батыр Үҙәнбаев (Аҡтау ауылы).
Шулай уҡ тағы бер ауылдашымдың был ярышта призлы урын алыуы ҙур ҡыуаныс булды.
Ике йәшлек аттар бәйгеһендә 2000 метрлыҡ аралыҡта Илһам Мусин үҙенең «Аманат» исемле тайында I урын яуланы. Ҡотлайбыҙ!
«Ауҙарыш» бәйгеһен дә халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ошо ярышта IV урын алған Икенсе Этҡол егете Даян Ғүмәров:
— Был бәйгелә дүртенсе йыл ҡатнашам, атымдың исеме «Ҡанат». Быйылғы «Ауҙарыш» бәйгеһендә 100-ҙән ашыу кеше булды. Ныҡ оҡшаны бәйге. Үҙемә Ҡаҙаҡстандан, Ставрополь өлкәһенән дуҫтар таптым. Артабан бер-беребеҙ менән бәйләнештә булып, кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып торорбоҙ, тип уйлайым, — тине.
Бына шулай көнө буйы Граф күле буйында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале шаулап торҙо.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фото: Башинформ, «Атайсал» һәм "Осҡон" гәзиттәре һәм автор фотолары.