-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 10:00

«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында — Элиза Сөләймәнова

«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша.

«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында — Элиза Сөләймәнова
«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында — Элиза Сөләймәнова

Башҡортостан исеменән Өфө агентлығы моделе, «Мисс Башҡортостан-2025» республика конкурсы еңеүсеһе Элиза Сөләймәнова сығыш яһай. Элизаға — 18 йәш, ул сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының III курсында уҡый. Ҡыҙҙың буйы – 177 сантиметр.

— Беҙҙең студияла Элиза биш йылдан ашыу шөғөлләнә, — ти  директор Линара Таһирова. — Элиза республикала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, яуаплы һәм маҡсатҡа ынтылыусан ул. Уның еңеүенә ышанабыҙ.

Уңыштар һиңә, Элиза!

 Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас