Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2025, 16:15

Киләсәккә инвестиция һала

«Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Зөһрә Хәкимова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһына тәҡдим ителде.

Киләсәккә инвестиция һала
Киләсәккә инвестиция һала

 Зөһрә ХӘКИМОВА өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар баҫмаһына бағышланы. Ул ялҡын телле журналист, заман менән ҡатар атлаусы шәхес, киң эрудицияһы, рух ныҡлығы, ватансыл сифаттары, осло ҡәләме, киң массаларҙы дөйөм эшкә йәлеп итеү һәләтенә эйә булыуы, гел яңылыҡҡа ынтылыуы менән йәш быуынға һәр яҡлап этәргес көс, рухи маяҡ һәм әйҙәүсе белгес булып танылды. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында гәзит биттәрендә сыҡҡан көнүҙәк мәҡәләләре, дәртләндереүсе, бер тупҡа ойошоуға, дөйөм эшкә ҡушылырға йәлеп итеүсе бихисап матур акцияларҙың башында тороуы, йәш быуында рух, илһөйәрлек, телһөйәрлек, матур әҙәп-әхләҡ сифаттары тәрбиләүҙәге ныҡышмаллығы, тынғыһыҙ холҡо менән республика халҡына, бигерәк тә мәктәп менән бәйле аудиторияға яҡындан таныш.

Мәҫәлән, быйыл уның йыл башында гәзит биттәрендә ойоштороп ебәргән «ИЛ ҺАҠЛАРҒА ЯУҒА КИТТЕ» акцияһы ғына ла үҙе тирәләй меңләгән уҡыусыһын тупланы, олоһон да, кесеһен дә дөйөм еңеү эшенә ылыҡтырып, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәткә эйә гәзит трибунаһына әүерелде.

— «Йәншишмә» гәзитендә 32 йыл эшләү тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам, балалар һәм уҡытыусылар менән берлектә ойошторолған төрлө акцияларҙың һөҙөмтәһе бик ҙур. Әлеге мәлдә үҙем дә – Баймаҡта ойошторолған «Беҙ – бергә! Мы – вместе!» төркөмөнөң ирекмәнемен. Ошонда ярҙамлашҡан уҡыусы балаларҙың башҡарған изгелектәрен үҙ күҙҙәрем менән күргәндән һуң гәзитебеҙҙә «Ил һаҡларға яуға китте» тигән акция башлап ебәрҙем. Ирекмән булғас, үҙемдә лә яуаплылыҡ тойоп, ошо илһөйәр балаларҙың илебеҙ алдындағы ҙур һынауҙа юғалып ҡалмауҙары, ә тырышып йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарған изге һәм оло эштәре хаҡында яҙып, башҡаларға фәһем алырға, үрнәк күрһәтергә, арттарынан эйәртеү тигән маҡсаттан сығып эшләнелде. Был проект буйынса гәзитебеҙҙә йыл башынан алып тылдағыларҙың башҡарған фиҙакәр хеҙмәттәре хаҡында мәҡәләләр баҫылып килә. Уның геройҙары — уҡыусылар, уҡытыусылар, балаларҙың атай-әсәйҙәре һәм олатай-өләсәйҙәре.

Әле халҡыбыҙ өлөшөнә төшкән заман һынауҙарына бирешмәй, ҡулынан килгәнсе яугирҙарға ярҙам итә. Тыл хеҙмәтсәндәренең, оло йөрәкле кескәй илһөйәр балаларҙың башҡарған изге эштәре хаҡында нисек яҙмайһың инде. Уларҙың изгелектәре – үҙе бер батырлыҡҡа тиң күренеш! Уйлап ҡараһаң, быны тик яуаплы, тоғро, аяғында ныҡ баҫып торған кешеләр башҡара бит. Еңеү тылда сүкелә, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Беҙ, йәшенә, ҡартына ҡарамай, яугирҙарҙы йылы һүҙ, яҡшы теләк, хаттарыбыҙ менән дәртләндереп, ҡеүәтләп торорға тейешбеҙ, — ти ул.

Бынан тыш та гәзиттең һәр һанында, сайтта Зөһрә Хәкимованың көн ҡаҙағына һуғылған мәҡәләләре, кескәй дуҫтарыбыҙҙың оло эштәре тураһында яңылыҡтары, ауыл-ҡалаларҙан репортаждары даими сыға барҙы. Ул балаларҙа илһөйәрлек, Тыуған илебеҙҙе яратыу сифаттарын тәрбиәләүгә ҙур өлөшөн индерә.

Утыҙ йылдан ашыу бер урында, бер коллективта арымай-талмай хеҙмәт итеү һәләтенә эйә булыу, һайлаған һөнәргә мәңге тоғролоҡ – һирәктәрҙең өлөшө.

Үҙенең тәүге эш урынына, туған гәзитенә, балаларға тоғролоғо, республикабыҙ киләсәген ҡайғыртып, йәш быуын хаҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүе – үҙе бер батырлыҡ һәм оло ихтирамға, рәхмәткә һәм хөкүмәтебеҙ тарафынан ҙур баһаға —Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһына лайыҡ!

Гәзиттәге эше менән Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы киләсәккә туҡтауһыҙ инвестиция һала – уның был изге эше ваҡытында хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланһын ине.

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА,

шағирә, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премияһы лауреаты.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас