Был матур сара Республика көнөнә тура килде. Яңы ғына 14 йәштәре тулған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе район хакимиәте башлығы Айҙар Баҙғудинов һәм уның урынбаҫарҙарының береһе Солтан Баҙыҡов ҡотланы.
– Һеҙҙең өсөн бик мөһим байрамға йыйылдыҡ. Балалар, беҙ бөйөк илдә, матур республикала, гүзәл баш ҡалала йәшәйбеҙ. Бының ҡәҙерен белегеҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тормош тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Айҙар Рафаил улы.
Илебеҙҙең йәш граждандарын ҡотлайбыҙ, лайыҡлы кешеләр булып үҫегеҙ!