Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2025, 18:45

ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк

Тура хан кәшәнәһе ЮНЕСКО исемлегенә индереүгә әҙерләнә!

ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк
ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк

Башҡортостан Республикаһының беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев әйтеүенсә, Шишмә районында урынлашҡан Алтын Урҙаның үҙенсәлекле ҡомартҡыһы донъя кимәлендә танылыуға аҙым яһай! 

Был - Алтын Урҙаның иң боронғо таш ҡоролмаһы, урындағы эзбизташтан эшләнгән. Ҡоролма үҙенең ғәжәйеп архитектураһын һәм ете быуатлыҡ рухи йолаларын һаҡлап ҡалған! 

Әле Визит үҙәктә тәрән тикшеренеүҙәр алып барыла һәм ЮНЕСКО өсөн документтар әҙерләнә.

Башҡортостан быйыл ЮНЕСКО ҡаҙаныштары буйынса рекордтар ҡуя, тиҙҙән кәшәнә лә билдәлелек алыр, тип көтәбеҙ.


Сығанаҡ һәм фото: Родник плюс

ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк
ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк
ЮНЕСКО исемлегенә индереләсәк
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас