Белем усағы «Хеҙмәт – барыһына ла баш» гранттар проектында ҡатнашҡайны. Унда еңеп сыҡҡас, аҡса бүленеп, ата-әсәләр ҙә финанс ярҙамы күрһәткәс, кабинетта ҙур эш башҡарылды. Яңы теген машинкалары ҡуйылды, улар өсөн йәтеш кенә өҫтәлдәр килтерелде. Ҡыҙҙарға бешерергә өйрәнеү өсөн кухня гарнитуры урынлаштырылды, ә малайҙарға станоктар алынды.
Әле бөтә ҡорамал ҡуйылып бөттө. Сираттағы хеҙмәт дәресендә бер төркөм ҡыҙҙар ҡоймаҡ бешерҙе, ә икенселәре яугирҙарға маска текте. Хәҙер бүлмәлә бөтә шарттар бар, тип ҡыуана улар. Уҡытыусылары Алевтина Климкина ла ҡәнәғәт. Балаларға бында артабан да рәхәтләнеп белем алырға яҙһын.
Автор фотолары.