Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2025, 22:54

Йәш армеецтар бүләкләнде

Йәш армеецтар араһындағы иң юғары награда - батырлыҡ билдәһенә кемдәр лайыҡ булды?

Йәш армеецтар бүләкләнде
Йәш армеецтар бүләкләнде

Әлбиттә, иң лайыҡлылары! Уҡыуҙа, спортта, сәнғәттә һәм башҡа өлкәләрҙә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән 45 йәш армеец баш ҡаланың Колонналар залына йыйылды. Уларҙы республика Башлығы ярҙамсыһы Оскар Ситдиҡов, Хәрби комиссариаттың хәрби-патриотик эштәр буйынса бүлексәһе етәксеһе Альберт Ғилманов, Рәсәй Геройы Борис Дудко, мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова, депутат һәм йырсы Рәмил Баҙамшин, Алмаз Сафин исемендәге хәрби тәрбиә үҙәге директоры Марина Таран һәм йәш армеецтарҙың төбәк бүлексәһе етәксеһе Тимофей Присяжнюк сәләмләне. Мәртәбәле ҡунаҡтар ҡулынан ҙур награда алып һөйөндө үҫмерҙәр.

Әйткәндәй, республикала 600-ләгән йәш армеецтар отряды эшләп килә. 32 меңгә яҡын уҡыусы! Улар бөтә ерҙә әүҙем, ниндәй генә сараларҙа ҡатнашмайҙар, ҡайҙа ғына мәктәбенең, районының, республикаһының данын яҡламайҙар, ирекмән булараҡ та йөрөйҙәр... Мәҫәлән, Саҡмағош районы Сыйрышбаш ауылынан Ислам Әхмәтйәнов былтыр "Гвардеец" хәрби-патриотик йыйынында ҡатнашҡан. Ул йыл һайын Пенза ҡалаһында уҙа. Команда икенсе урын алып ҡайтҡан. Әле егет, мәктәпте тамамлап, Ҡазан ҡалаһында уҡып йөрөй.

Ә Әмирә Рәхимоваға миҙал район, республика конкурстарында уңышлы сығыш яһауы, яҡшы уҡыуы өсөн бирелде. Туғыҙҙа белем алыусы ҡыҙ Борай районы үҙәгенән килгән. Ғөмүмән, һәр йәш армеец был билдә менән лайыҡлы баһаланды. Киләсәктә улар һаны тағы артһын.

 Юлай Кәримов фотолары.

 

Йәш армеецтар бүләкләнде
Йәш армеецтар бүләкләнде
Йәш армеецтар бүләкләнде
Йәш армеецтар бүләкләнде
Йәш армеецтар бүләкләнде
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас