– Проблемалар етерлек, һәр береһен хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, мигранттар мәсьәләһе киҫкен тора. Уларға ҡағылышлы 17 ҡанун ҡабул иттек. Сит яҡтарҙан килеүселәр беҙҙең телде белергә, ҡанундарҙы хөрмәт итергә тейеш. Мәҫәлән, мәктәптәргә уҡырға мигрант балалары мотлаҡ алынырға тейеш, тибеҙ. Ә уларҙың телде белмәүҙәре уҡытыусылар өсөн күпме ҡыйынлыҡ тыуҙыра! Хәҙер балалар имтихан менән генә алына.
Йәнә балаларға ҡағылышлы бер момент: ҡайһы бер эшҡыуарҙар һәм һатыусылар үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып эш итә. Һуңғы йылдарҙа 560 бала һәм үҫмер газ баллоны ҡулланып һәләк булған. Был йәһәттән дә сиктәр индерҙек.
Киберенәйәттәрҙе кәметеү буйынса ла эшләйбеҙ. Үҙ-үҙеңде кредит алыуҙы тыйыу буйынса ҡанун булдырҙыҡ. Дроперҙар иһә хәҙер енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Ғөмүмән, халыҡ күп килә, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Ҡайһыларын урындағы етәкселәргә шылтыратып 5 минут эсендә хәл итәбеҙ. Күп һорауҙар, әлбиттә, махсус хәрби операцияға ҡағыла. Быйыл 1 мең 300 мөрәжәғәт ҡабул иттем, – тип һөйләне Зариф Закир улы.
Матбуғат конференцияһына килгән хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә ашыҡты. Әле подписка тамамланды, һөҙөмтәләрен тиҙҙән күрербеҙ инде. Почта бүлексәләре ябылыуы, хеҙмәткәрҙәр етмәүе, “Өфө-матбуғат” кибеттәренең кәмеүе – киҫкен мәсьәләләр. Депутат почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса эшләүен белдерҙе. Милли матбуғатты үҫтереү һис шикһеҙ мөһим, бәләкәстәр башҡорт телен белергә тейеш. Балалары менән урыҫса һөйләшкән ата-әсәләргә иҫем китә, тине Зариф Закир улы.
Телекүпер аша конференцияға республика район-ҡалаларынан да бәйләнешкә сыҡҡайнылар. Улар ҙа һорауҙар бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе. Сара аҙағында әүҙем журналистарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.