IX “Г” синыфында уҡыусы егет гимназияға пневматик автомат менән килгән. Уның шәхси каналынан күренеүенсә, егет ғинуарҙың аҙағынан алып әҙерләнгән.
"Бөтәһен дә күрә алмайым", "Бөгөн атайым менән һуғыштым", "Синыфташтарым мине һанға һуҡмай", "Уҡытыусы бөтөнләй бәйҙән ысҡынды" кеүек яҙыуҙарҙан тыш, "Үс алыр көндө көтәм, вәт, исмаһам, ләззәт аласаҡмын" тигәне лә бар унда. Быға ни өсөн ваҡытында иғтибар итмәгәндәр һуң? Вадим йыш ҡына дәрес ҡалдырған, әсәһен ошо сәбәпле һөйләшеүгә лә саҡырғандар.
Ә бөгөн Өфө мәктәптәрендә "учебная тревога" булды. Вадим шуға ла тап 11 тулғанын көткән. Эвакуация мәлендә уға береһе лә иғтибар итмәйәсәген белгән. Ҡоралын уҡытыусыға һәм өс синыфташына төбәгән. Бәхеткә, берәү ҙә зыян күрмәгән.
Гимназия уҡыусыларының береһе әйтеүенсә, егет уларҙың мәктәбенә 3 йыл элек күскән. Ул сәйерерәк һәм айырылыбыраҡ торған һымаҡ ине, тип билдәләй ул. Кем ғәйепле хәҙер?
Гимназияға тейешле хеҙмәттәр, ҡала мэры Ратмир Мәүлиев килде. Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән:
"Подробнее о ситуации, которая произошла в уфимской гимназии № 16.
Самое главное – никто не пострадал. На данный момент следственный комитет возбудил два уголовных дела.
Если убрать все эмоции, хочу отметить два ключевых момента.
Первое. Важно разобраться, почему парень совершил этот поступок.
Второе. Автомат, который мальчик принес в школу, – пластиковый, игрушечный. Металлодетектор «увидеть» его не может. Однако он среагировал на нож, который также был у него с собой. Почему подростка никто не остановил? Потому что у большинства учеников есть с собой что-то металлическое, на это никто не обращает внимания. С этим тоже будем разбираться отдельно.
Сегодня школа закрыта, детей освободили от учебы. Завтра во всех классах пройдут собрания. Важно успокоить ребят и взвешенно принять все необходимые решения".