"Бар ғүмеремде сәнғәткә һәм операға бағышлайым. Һәм хәҙер бар көсөмдө, тәжрибәмде һәм белемемде Михайлов театры элекке традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаһын, шул уҡ ваҡытта алға барһын, яңы исемдәр асһын өсөн йүнәлтергә әҙермен", - тип рәсми рәүештә белдергән Илдар Абдразаҡов.
Белеүегеҙсә, ул "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороусы билдәле кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың улы. Быға тиклем Севастополь дәүләт опера һәм балет театрын етәкләне. Илдар Әмир улына яңы вазифаһында уңыштар теләйек.
Фото: com.