+13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 10:41

Миҙалдар эйәләрен көтә

Иртәгә, Халыҡ-ара театр көнөндә, X "Театр яҙы" республика фестиваль-форумын ябыу тантанаһы уҙасаҡ.

Миҙалдар эйәләрен көтә
Миҙалдар эйәләрен көтә

Унда Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының Арыҫлан Мөбәрәков һәм Бәҙәр Йосопова исемендәге миҙалдары ла тапшырыласаҡ. 

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығы билдәләнә.

Белешмә

Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы 1901 йылдың 21 декабрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең  Орск ҡалаһында тыуған. 

Ижад юлында башҡарған төп ролдәре: Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Мәғрүфкамал («Ауыл байрамы», М. Фәйзи),Әминә («Салауат», В. Мортазин-Иманский), Елизавета («Ҡарағол», Д. Юлтый), Таңһылыу («Ашҡаҙар», М. А. Буранғолов), Анна Андреевна («Ревизор», Н. В. Гоголь), Кручинина («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — «Без вины виноватые», А. Н. Островский), Огудалова («Бирнәһеҙ ҡыҙ» — «Бесприданница», А. Н. Островский), Эмилия («Отелло», У. Шекспир), Любовь Яровая («Любовь Яровая», К. А. Тренёв), леди Мильфорд («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Ф. Шиллер), Лушка («Күтәрелгән сиҙәм» — «Поднятая целина», М. А. Шолохов), Үлмәҫбикә («Һаҡмар», С. М. Мифтахов), Кубра («Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл», Б. Бикбай), Елена Кошевая («Йәш гвардия» — «Молодая гвардия», А. А. Фадеев), Масрура («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Сәрби («Башмаҡтар», Х. К. Ибраһимов), Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев) һ. б.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре: Башҡорт АССР-ының халыҡ артискаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артискаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Сығанаҡ 

Фото: com.

Миҙалдар эйәләрен көтә
Миҙалдар эйәләрен көтә
Миҙалдар эйәләрен көтә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас