

Өфөлә үҫмер 18 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Уны дауаханаға алып киткәндәр. Урамда йөрөүе ҡурҡыныс хәҙер! Мөйөштән зыйлап килеп тә сығалар, әллә нимә эшләтерҙәр.
Самокатта йөрөүсе балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәре лә ҡурҡмай бит әле, ҙур тиҙлек менән йөрөйҙәр. Ә машина аҫтында ҡалыуҙары һуң? Биш көн элек кенә Сипайлов биҫтәһендә ике үҫмер баҫҡан электросамокат автомобиль менән бәрелешкән.
Ярай әле, баш ҡалала ҡайһы бер урындарҙа был транспорт төрөндә йөрөүҙе тыйҙылар, ә ҡайҙалыр тиҙлекте арттырырға ярамай. Тик был ғына хәлде ҡотҡармай бит әле!