Яңылыҡтар
12 Апреля , 19:27

Уҡытыусы һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?

Ә социаль селтәргә купальник менән фото ҡуйырға яраймы? 

Уҡытыусы һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?Уҡытыусы һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?
Уҡытыусы һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?

Һигеҙенсе тапҡыр үткән “Ҡанатлан!” республика мәктәп мәғарифы форумында уҡытыусылар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре “Уҡытыусы һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында осрашты.

Фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы. Бөгөнгө уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Яңы - интернет быуыны үҫмерҙәре менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙың тормошо менән, кәрәк булһа, дәрестән тыш та ҡыҙыҡһыныу кәрәк. Был йәһәттән ата-әсәләрҙең ярҙамы мөһим. Ғөмүмән, “уҡытыусы - уҡыусы - ата-әсә” өсмөйөшө тулы булғанда ғына барыһы ла килеп сығасаҡ. Өфөләге 16-сы гимназиялағы кеүек фажиғәле хәлдәр ҙә булмаясаҡ.

Проблемалар етерлек. Уҡытыусының эш хаҡы анау хәтле ҡағыҙ, уҡытыу һәм тәрбиә эшен аҡламай, тиеүселәр күп булды. Ә кисен шылтыратып ҡаңғыртҡан ата-әсәләр өсөн сик ҡайҙа? Педагогка ял да кәрәк. Коллектив экскурсиялар, осрашыуҙар ойошторорға мөмкин. Форум, стажировкалар иһә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора.

Уҡытыусы үҙен балалар алдында баштан уҡ нисек ҡуя - шулай дауам итә, йәғни ул хөрмәтте үҙе яулай. Түңәрәк өҫтәлдәге бер нисә педагог бәләкәйҙән үҙҙәренең уҡытыусыһына оҡшарға тырышыуы, уның кеүек булырға теләүе арҡаһында ошо һөнәрҙе һайлауын белдерҙе. Һәм ошо урында әлеге лә баяғы “купальник мәсьәләһе” ҡуҙғатылды. Ғөмүмән, үҙеңдең социаль селтәрҙәге сәхифәңде нисек алып барырға? Ниндәй фотоларҙы һалырға була? Һәр кем үҙ фекерен белдерҙе.

Киң мәғлүмәт саралары уҡытыусы абруйын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Ҡайһы бер баҫмаларға мәктәптәге конфликттарҙы ҡабартып күрһәтеү урынына проблеманың төбөнә төшөнөп, аңлатып гәзит-журнал уҡыусыға еткерергә өйрәнеү ҡамасауламаҫ, тигән фекер яңғыраны.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина ла түңәрәк өҫтәл темаһына ҡағылышлы уйҙарын еткерҙе. Ул мәғариф учреждениеларындағы һуғыш-үлтерештәрҙе гәзит-журналдарҙа киң яҡтыртмау яҡлы. Йәнә уҡытыусылар өсөн күберәк семинарҙар, курстар уҙғарылһа, ял ойошторолһа (мәҫәлән, концерттарға бушлай билеттар таратыу), һәләтле педагогтар өсөн фонд булдырылһа, яҡшы булыр ине, тине ул.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов иһә телевидениела мәғариф хаҡында тапшырыуҙарҙы арттырыу кәрәк, тип белдерҙе. Гәзит-журналдар алдырыу ҙа уҡытыусыны үҫтерәсәк.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас