+20 °С
Ясно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
21 Мая , 07:35

Асель осрашыуҙы ныҡ көткән

Ғинуарҙа Радий Хәбиров Өфө хосписында Асель исемле ҡыҙ менән танышып, Нефтекамаға ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә иткәйне. Республика Башлығы эш сәфәре барышында уның менән дә осрашты. Асель Сәйетова — 17-се «Юғарыға ос!» мәктәбе уҡыусыһы, алсаҡ, ихлас һәм изге күңелле бала.

Асель осрашыуҙы ныҡ көткәнАсель осрашыуҙы ныҡ көткән
Асель осрашыуҙы ныҡ көткән

– Мин һеҙҙе бик көттөм һәм мотлаҡ ҡунаҡҡа килерегеҙҙе белдем. Һеҙгә көндәлегемде күрһәтер өсөн дәрестәрҙә тик «бишле» билдәләренә генә  яуап биреп, уларҙы йыйҙым.

Үҫкәс, табип йәки фармацевт булырға теләйем, – ти Асель үҙенең шатлығы һәм хыялдары хаҡында белдереп. Ул Радий Хәбировҡа әсәһе менән бергә эшләгән картинаны һәм башҡа сувенирҙарҙы бүләк итте.

Аселдең әсәһе Гөлназ Сәйетова әйтеүенсә, ҡыҙы шулай уҡ музыка мәктәбендә лә уҡый, вокал менән шөғөлләнә, фортепианола уйнай, хорҙа йырлай. Асель һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырып тегелгән кейем-һалымды фотоға, видеоға төшөрөү сараларында ла ҡатнаша икән.

 

Фото: Азат Мухамедьянов | пресс-служба Главы РБ

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас