+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Яңылыҡтар
9 Июня , 04:36

Ете мөғжизәбеҙҙең береһе ул!

Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр араһында 28-се тапҡыр үткәрелгән республика бәйгеһендә еңеүселәрҙең береһе булғайны – улар лайыҡлы рәүештә II урынға сығып бүләкләнде. Тап ошо үҫмерҙәр райондарында «Урал батыр» эпосы көнөнә арнап ойошторолған сараны асыуҙа ҡатнашты. Йылҡысыҡҡан күле буйына килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдылар, уларға мәшһүр әҫәребеҙҙән өҙөк күрһәттеләр. Ысынлап та, эпосыбыҙ күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һәр быуын уны яратып өйрәнә. Ул ҡыҙыҡлы һәм күп нәмәгә өйрәтә. Уҡыған һайын үҙең өсөн асыш яһайһың.

Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете мөғжизәбеҙҙең береһе ул!

Эпосты өйрәнеү буйынса кабинет
Беләһегеҙме, хәҙер эпосты өйрәнеү буйынса Бөрйәндә шәп кабинет бар! Уны тап байрам көнөндә «Шүлгәнташ» музей комплексының икенсе ҡатында астылар. Мөхәмәтша Буранғолов исемен йөрөтәсәк синыфта әллә күпме мәғлүмәт тупларға була. Стеналарҙағы һүрәттәргә күҙ һалайыҡ. Рәссам Тимур Сабитов «Урал батыр» эпосын ҙур схема рәүешендә төшөргән. Был балалар өсөн бик файҙалы булмаҡсы: һәр бер персонаж кем менән бәйле, ул ниндәй ҡатламға ҡарай – күктә, ерҙә, һыуҙа йәшәйме – барыһы ла аныҡ күренеп тора.
– Әҫәрҙе уҡый башлағас, уның ни тиклем ҙур һәм ауыр икәнен аңланым, хатта буталдым, шуға ла геройҙарҙы ошолай һүрәтләргә булдым, – ти рәссам.
Ә Руслан Сөләймәнов уларҙың портреттарын төшөргән. Хәҙер Урал, Шүлгән, Һомай, Зәрҡүм, Ҡәһҡәһәнең тышҡы ҡиәфәте, йөҙө нисегерәк булған икәнен күҙ алдына килтерергә була. Был, әлбиттә, ошонда экскурсияға киләсәк, эпосты өйрәнәсәк уҡыусыларға уны аңлауҙы күпкә еңелләштерәсәк. Уҡытыусылар әле үк ғариза ебәрә башлаған.
Ә ниңә тап Мөхәмәтша Буранғолов исеме бирелгән һуң был кабинетҡа? Эпосты фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Абдрахман улы 1910 йылда сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған. Тимәк, әҫәрҙең бөтә донъяға таралыуында уның өлөшө ҙур.


Робофутбол: әбделмәмбәттәр – еңеүсе!
Ысынлап та, роботтар хәҙер ни генә эшләй белмәй! Бөрйәндә улар футбол уйнап та күрһәтте. Әлбиттә, «Лего» конструкторы ярҙамында төҙөлгән һәр роботтың хужаһы бар: ул машинаны яһай, камиллаштыра, уның менән идара итә. Сөнки был уҡыусылар робототехника түңәрәктәренә йөрөй.
Заман машиналары араһында төрлө бәйгеләр – көрәш, сабыш, арҡан тартыу, көршәк ватыу – Бөрйән районында һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылды. Иң ҡыҙығы тап «Урал батыр» кубогына футбол булғандыр. Баш судья Инсур Рәмил улы Үтәбаев белдереүенсә, быйыл бер нисә райондан һигеҙ команда ҡатнашырға теләк белдергән. Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе программистары менән таныштыҡ. Етәкселәре Зиннур Рәхимйән улы Хәмитов түңәрәктең өсөнсө йыл эшләүен белдерҙе.
– Беҙҙең «Атайсал» командаһы составында дүрт егет килде: Ғаян, Рөстәм, Данияр, Инсаф. Икенсе йыл ғына ҡатнашабыҙ. Былтыр II урын алғайныҡ, – ти ул.
Көйәрмәндәрҙең тауышынан «Шүлгәнташ» заповеднигы биләмәһе яңғырап торҙо. Беренсе урын өсөн алыш бигерәк ҡыҙыу барҙы. Шулай итеп, кубок – Әбделмәмбәт мәктәбенең «Тимер батыр» командаһында! Икенсе урында – «Нова» (Баймаҡ ҡалаһы), ә өсөнсөлә – Бөрйән районының Исламбай мәктәбе уҡыусылары.


Урал батыр төшөрөлгән сувенирҙар булырмы?
«Урал батыр» эпосын өйрәнеүсе ғалимдар байрам ваҡытында «түңәрәк өҫтәл»гә лә йыйылды. Ул үҫеп килгән быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүҙә төр ҡобайырыбыҙҙың роле мөһимлегенә арналды. Тимәк, балалар, йәштәр араһында эпосты таратыу, популярлаштырыу бик кәрәк. Тормошта дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеүсе, кәңәш биреүсе әҫәребеҙҙең ҡайһы бер юлдарына ғына күҙ һалайыҡ. Ата-әсә һүҙен тыңларға, ҡабырсаҡтан ҡан эсмәҫкә тигәнде һанға һуҡмаған Шүлгән дөрөҫ эшләйме һуң? Йәки үлгән һыуҙы йоторға ярамай, эсегеҙгә дейеүҙәр инер тигән кәңәш бысраҡ, микроблы һыуҙы эсмәүҙе аңлата бит. Ғөмүмән, бөйөк эпосыбыҙҙың һәр юлында халыҡ аҡылы сағыла.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Урал батыр» ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева, ғилми хеҙмәткәрҙәр Шәүрә Шәкүрова, Нәркәс Хөббөтдинова, Азат Ғәлиуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенән Зөбәржәт Утарбаева, Олеся Әхмәтрәхимова, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев, Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева һәм башҡаларҙың сығышы бик ҡыҙыҡлы булды. Ә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев төп герой һүрәте менән сувенирҙар, мәҫәлән, футболкалар сығарырға була, тип белдерҙе. Ошо рәүешле балалар Урал батырҙы тағы ла яҡшыраҡ белә башлар ине. Юғиһә, уның портретын белмәйбеҙ, ә Руслан Сөләймәнов төшөргән һүрәттәр был осраҡта ныҡ ярҙам итер ине.


Барлыҡ Башҡортостан өсөн ғәзиз ул
Эйе, эпоста телгә алынған ер-һыу атамалары республикабыҙҙың бер нисә районында осрай. Шуға ла һәр төбәк ҡобайырыбыҙҙы яҡын күрә, уны үҙҙәрендә лә мәңгеләштерергә тырыша. Әбйәлилдә байрам уңайынан «Урал батыр» паркы асылһа, Учалыла ла сара Урал батыр һәйкәле янында киң билдәләнде.
Белоретта иһә ҙур концерт үтте: «Ай Йола» төркөмө, Зәйнетдин, Дәүләт ҡурайсылар ансамбе һәм башҡа билдәле артистарыбыҙ тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Беҙ унда булып, халыҡтың татыулығына һоҡланып ҡайттыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре Исмаҡай һәм Үрге Әүжән ауылдары араһындағы яланда аллы-гөллө сәскәләрҙе хәтерләтә. Халыҡ уйындары, йәрминкә, тәмле аш-һыу, самауыр сәйе еҫтәре... Хатта ҡапыл килеп сыҡҡан ҡара болоттар ҙа береһен дә ҡурҡытманы, ә ямғыр яуып үткәс, сағыу ҡояш яланды нурға күмде.
Әлбиттә, төп урынды эпосты өйрәнеүсе балаларҙың сығышы алып торҙо. Кескәй Амелия Ғафурова, мәҫәлән, Учалы ҡалаһынан килгән.
– 9-сы балалар баҡсаһына йөрөнөк, быйыл 1-се мәктәпкә уҡырға барабыҙ, – ти әсәһе Лилиә Әмир ҡыҙы. – Эпосты яратып өйрәнә, әле 100 юлды ятланыҡ та инде. Балалар баҡсаһында конкурста еңеп сыҡҡас, Баймаҡ ҡалаһына ебәрҙеләр. Кисә генә беренсе урын алып ҡайттыҡ. Бөгөн «Асыҡ микрофон»да ҡатнашасаҡбыҙ.
«Урал батыр» эпосы көнөнә арналған байрамдар тамам. Быйыл икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, матур, ҡыҙыҡлы ойошторолдо улар. Был йола артабан да дауам итһен!

 

Автор фотолары.

Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете  мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Ете мөғжизәбеҙҙең береһе ул!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас