+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Яңылыҡтар
10 Июня , 16:55

Берҙәмлектә — беҙҙең көс!

Өфөләге «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында республика ирекмәндәр слёты уҙҙы. Сараны  «Юлдаш» радиоһының «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө  ойошторҙо.

Берҙәмлектә — беҙҙең көс!Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!

Слётта «Юлдаш» радиоһының  «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторолған «Беҙҙең ирекмән» конкурсына йомғаҡ яһалды. Төп еңеүсегә  — «Халыҡ ирекмәне» миҙалы  һәм диплом тапшырылды. Шулай уҡ республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған ирекмәнлек хәрәкәтенең иң әүҙемдәре  31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы, МХО ветерандары ассоциацияһы, «Халыҡ фронты»ның Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитетының һәм «Юлдаш» радиоһының  Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.

– Бөгөнгө махсус хәрби операция  ил, ир-егеттәр өсөн генә түгел, ә тыныс тылда йәшәүсе халыҡ өсөн дә оло һынауға әүерелде. Һалдаттарыбыҙ алғы һыҙыҡта дошман менән алышһа, ә ирекмәндәребеҙ тылда яугирҙарға ҙур ярҙам күрһәтә. Еңеү тылда сүкелә.  Шуға  беҙ берҙәм булһаҡ ҡына маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ, – тине «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева, Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе, ирекмән Лилиә Такаеваға «Халыҡ ирекмәне» миҙалын тапшырып.

Сарала ҡатнашҡан йәмәғәт ойошмалары, власть вәкилдәре яуҙағы ир-аттарға ярҙам ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләп, ирекмәндәрҙең эшен юғары баһаланы.

Слёт һуңынан 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар хәрбиҙәре менән «тура бәйләнеш» ойошторолдо. Ирекмәндәр  бөгөн яугирҙарға ниндәй әйберҙәр әҙерләүҙәре тураһында һөйләп, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре полк ашханаһы өсөн дизель генераторы һатып алыуҙары тураһында белдерҙе.

Еңеү тылда сүкелә, тигәндәй, ирекмәндәр ҙә яу ҡырындағы егеттәргә мөмкин тиклем ярҙам итеү, күңел йылыһын еткереү, улар менән бергәлекте күрһәтеү, ныҡлы терәк һәм таяныс булыу өсөн тырыша бит. Хәрбиҙәр уларға ярҙамдары, тыуған яҡ күстәнәстәре, балаларҙың йөрәк түренән яҙған хаттары өсөн рәхмәт әйтте.

Әйткәндәй, «тура бәйләнеш»  аша коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшин, «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары Александр Мельченко һәм Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдиновҡа республика мәктәптәре уҡыусыларының гәзитебеҙ ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһына ихлас ҡушылыуҙары, йөрәк түренән яҙған хаттары хаҡында һөйләп, уларҙы «Юлдаш» ирекмән-журналистарына тапшырҙыҡ. Тиҙҙән яҙған өскөл хаттарыбыҙ  тыуған  яҡтың сәләме булып яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙға барып етер һәм уларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.

Республика ирекмәндәр слёты ҡуйған маҡсатына иреште, сараны йөкмәткеле итеп ойошторған «Юлдаш» радиоһының «Журналист-ирекмәндәр»төркөмө журналистарына ҙур рәхмәт әйтке килә. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй,  шулай һәр саҡ бергә, берҙәм булайыҡ! Берҙәмлектә - беҙҙең көсөбөҙ!

 

Автор һәм «Журналист-ирекмәндәр»төркөмө фотолары.

Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас