+16 °С
Ясно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
17 Июня , 05:40

«Барыһы ла Еңеү өсөн!»

 Ошондай девиз менән 16 июндә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының  медиайыйыны уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте.

«Барыһы ла Еңеү өсөн!»«Барыһы ла Еңеү өсөн!»
«Барыһы ла Еңеү өсөн!»

«Беҙ, ысынлап та, бик ауыр осорҙа йәшәйбеҙ. Башҡарған эшегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. Һуңынан был ваҡыт тураһында  легендалар йөрөр. Әле ауыр осор. Кемдер бирешә, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итә, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен эшләй. 2,5 мең журналистан, мөхәррирҙән, нәшерселәрҙән торған был армия хеҙмәтен тауыш-тынһыҙ, тыныс ҡына башҡара. Һеҙ беҙгә, башҡарма властарға, үҙ эшебеҙ менән шөғөлләнергә һәм, иң тәү сиратта, махсус хәрби операцияға ярҙам итергә мөмкинлек биргән ныҡлы ҡалҡан булдыраһығыҙ. Форумдың «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тигән девизды һайлауына бик рәхмәтлемен», – тине Радий Хәбиров.

Фото: Динар Кәлимуллин.

«Барыһы ла Еңеү өсөн!»
«Барыһы ла Еңеү өсөн!»
«Барыһы ла Еңеү өсөн!»
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас