+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Яңылыҡтар
23 Июня , 06:50

«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә

Өфөләге Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» 13 июндән 19 июнгә тиклем Сочиҙа уҙған «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә. Был фестиваль донъяның 53 иленән 700 кинематографисты берләштерә.

«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә
«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә

Сара «Кино – мәҙәниәт, тарих, мираҫ һәм образ» девизы менән үтә. Фестиваль майҙансығына 45 мең ашыу тамашасы фильмдар ҡарарға килә.

Кино яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!», «Урам балалары» һәм «Әкиәтһеҙ бала саҡ» автобиографик әҫәрҙәре нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында һәм Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә.

 Фильмдың ҡуйыусы режиссёры — Вилүрә Иҫәндәүләтова, киносценарийҙы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Баш­ҡортостан» киностудияһының сценарисы һәм баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов яҙған. Баш продюсеры – киностудия директоры Юнир Әминев. Фильмға көйҙө Камил Абдуллин яҙа.

Сығанаҡ һәм фото: Әмир Абдразаҡов исемендәге «Баш­ҡортостан» киностудияһы.

«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә
«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы – «Евразия-Кинофест» III Халыҡ-ара кинофестивалендә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас