Хәйбулла районы советы депутаттары сираттағы сессияла муниципалитет хакимиәтенең яңы етәксеһен һайланы. Район башлығы итеп Илмир Мәжит улы Ҡотоев тәғәйенләнде.
Хәйбуллала - яңы хакимиәт башлығы
Быға тиклем ул район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәйбулла районының элекке башлығы Рөстәм Шәрипов бер ай элек Өфө мэрияһына эшкә күсте.