+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
9 Июля , 12:30

Сәхнәне яу яланына алмаштырып...

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Әсән” позывнойлы яугир инде дүртенсе йыл махсус хәрби операция биләмәһендә медицина взводында санитар булып хеҙмәт итә. Ваҡыт табып, журналистар менән аралашыу өсөн ул бөгөн Матбуғат йортона килеп китте. Радик Динәхмәтовтың бәрхәт тауышлы йырсы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Ул – Башҡортостандың халыҡ артисы, филармонияла эшләй.

Сәхнәне яу яланына алмаштырып...Сәхнәне яу яланына алмаштырып...
Сәхнәне яу яланына алмаштырып...

– МХО биләмәһендә оркестр төҙөлә, тигәс, шунда эләгермен, тип уйлағайным. Әммә тәүге көндө үк “Ашығыс ярҙам” машинаһы асҡысын ҡулыма тотторҙолар, – тип йылмая ул. – Водитель тәжрибәм ҙур түгел ине, өйрәндем. Хәҙер был “УАЗ”ик – минең яратҡан автомобилем!

Дүртенсе йыл МХО биләмәһендә булһа ла, Радик ағай үҙен алғы һыҙыҡтағы яугирҙар менән сағыштырырға тартына.

- Улар – ысын геройҙар! Дөрөҫөн әйткәндә, мин улар күргәндең 10 процентын күрәмме, юҡмы әле, – ти ул. – Яуҙаштарымды ныҡ хөрмәт итәм.

Осрашыуҙа йырлап та ебәрҙе, шиғыр ҙа һөйләне яугир. МХО биләмәһендә буш ваҡытта йырлайбыҙ, минең ижадымды ла бик яраталар, тине. Яу шарттарында туғанлашып бөтәһең, өйҙәгеләрҙе генә түгел, ундағыларҙы ла ғаилә тип һанарға була. Йәнә үҙ яртыһын табып өйләнешкән парҙар ҙа бар. Ә бына беҙҙең республика халҡының берҙәмлегенә барыһы ла һоҡлана. Гуманитар ылауҙар күп ебәрелә, ә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙа автобус менән алып ҡайтып, кире алып барыуҙарына бигерәк тә аптырайҙар, тине ҡунаҡ.

Төрлө милләт вәкилдәре араһында “Башкир” позывнойын алыусылар күп икән. Башҡорт ерендә тыуып үҫкән, рухлы ир-егеттәр улар.

- Ә мин үҙем позывнойҙы оҙаҡ һайлап ултырманым, шунда уҡ башҡа килде, – ти яугир. Эйе, уның Дүртөйлө районы Әсән ауылынан булыуы хаҡында ла күптәр белә.

Радик Динәхмәтов йәше буйынса 3 йыл ярымдан хеҙмәттән бушатылырға тейеш. Әммә ул уға хәтлем һуғыш туҡтаһын инде, тип теләй. Ысынлап та, был теләк – барыбыҙҙыҡы ла. Тиҙерәк Еңеү яуланһын, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау тыуған еребеҙгә аяҡ баҫһын инде!

Сәхнәне яу яланына алмаштырып...
Сәхнәне яу яланына алмаштырып...
Сәхнәне яу яланына алмаштырып...
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас