+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Яңылыҡтар
13 Июля , 04:42

Датасет әҙерләгән тәүге төбәкбеҙ

Башҡортостан — башҡорт теленә арналған AI-датасет булдырған тәүге төбәк. Башҡортостанда башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һанлы мөхиттә үҫтереү буйынса мөһим аҙым яһалды. Республика Рәсәйҙә тәүге булып туған тел өсөн яһалма зиһен технологияларын уҡытыуға тәғәйенләнгән махсус датасет әҙерләне һәм асыҡ ҡулланыуға сығарҙы.

Датасет әҙерләгән тәүге төбәкбеҙДатасет әҙерләгән тәүге төбәкбеҙ
Датасет әҙерләгән тәүге төбәкбеҙ

Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев етәкселегендә ойошторолған эшсе төркөм тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның составына дәүләт власы органдары, фән һәм мәғариф учреждениелары, мәҙәниәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары, китап нәшриәттәре, китапханалар, музейҙар, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, шулай уҡ тел әүҙемселәре инде.

Эшсе төркөмдөң төп маҡсатыбашҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған сифатлы датасеттар булдырыу. Был мәғлүмәттәр киләсәктә яһалма зиһен моделдәрен башҡорт телендә һөйләшергә, аңларға, тәржемә итергә, шулай уҡ халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларын дөрөҫ сағылдырырға өйрәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.

Проекттың тәүге һөҙөмтәһе лә донъя күрҙе: башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге текстар менән тәьмин ителгән тауышландырылған аудиокитаптар датасеты баҫылып сыҡты (https://huggingface.co/datasets/bashkorttele/narrated-audiobooks-brsbs). Унда 14 әҫәрҙән торған 476 аудиояҙма урын алған. Улар араһында «Аҡбуҙат», «Алдар менән Зөһрә» эпостары, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙары һәм башҡа классик әҫәрҙәр бар. Барлыҡ материалдар ҙа законлы нигеҙҙә, йәмәғәт милке булған сығанаҡтарҙан әҙерләнгән.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова билдәләүенсә, бөгөнгө көндә телде һаҡлауҙың иң мөһим шарттарының береһеуның һанлы технологияларҙа тулы кимәлдә ҡулланылыуы. «Тел йәшәһен өсөн ул заман менән бергә атларға тейеш. Бөгөн яһалма интеллект көндәлек тормошҡа әүҙем үтеп инә, шуға күрә башҡорт теле лә ошо процестың тулы хоҡуҡлы өлөшө булырға тейеш. Әгәр беҙ бөгөн башҡорт теле өсөн сифатлы цифрлы нигеҙ булдырһаҡ, киләсәктә нейроселтәрҙәр башҡортса дөрөҫ һөйләшәсәк, аңлаясаҡ, тәржемә итәсәк һәм мәҙәниәтебеҙҙе дөрөҫ сағылдырасаҡ. Был телебеҙҙең киләсәгенә һалынған инвестиция», — тине Гөлназ Йосопова.

Проектта ҡатнашыусы программист Айгиз Ҡунафин: «Был эштең әһәмиәте бик ҙур. Элек башҡорт телен яһалма зиһен технологияларына яраҡлаштырыу менән нигеҙҙә айырым энтузиастар ғына шөғөлләнде. Ресурстарыбыҙ аҙ булды, шуға күрә тел әүҙемселәре материалдарҙы мөмкин булған һәр ерҙән йыйҙы, булғанын ҡулланды. Хәҙер иһә был эш тәүге тапҡыр үҙәкләштерелгән рәүештә ойошторола. Беҙ әҙер архивтар менән эшләй алабыҙ, уларҙы системалаштырабыҙ, материалдарҙың сифатын тикшерәбеҙ һәм датасеттарға ниндәй мәғлүмәт индерелеүен тулыһынса контролдә тота алабыҙ. Был эште күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә.

Асылда, Башҡортостан бөгөн был өлкәлә тәүге юл ярыусыларҙың береһе булып тора. Беҙ дәүләт органдары, фәнни ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары һәм тел әүҙемселәре ҡатнашлығында яһалма интеллект өсөн тел мәғлүмәттәрен әҙерләү буйынса системалы эште нисек ойошторорға мөмкин икәнен күрһәтәбеҙ. Ышанам, был тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса файҙалы өлгө буласаҡ».

Белгестәр фекеренсә, авторлыҡ хоҡуҡтарын законлы рәүештә көйләү һәм мәғлүмәттәрҙе рәсмиләштереү буйынса башҡарылған эштәр киләсәктә башҡорт телендәге яңы һанлы сервистарҙы, тауыш ярҙамсыларын, автоматик тәржемә системаларын һәм белем биреү платформаларын булдырыуға нигеҙ буласаҡ.

Башҡортостандың был тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа милли республикалары һәм туған телдәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнгән ойошмалар өсөн дә өлгө булыр тип көтөлә.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас