+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
13 Июля , 07:58

Кескәйҙәргә ярҙам

Өфөлә "Беренсе тапҡыр - I синыфҡа" хәйриә акцияһы башланды. Маҡсаты - ғаиләләргә тәрбиәгә алынған һәм етемдәр өсөн учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларға мәктәп биштәрен йыйыуҙа ярҙам итеү.

Кескәйҙәргә - ярҙамКескәйҙәргә - ярҙам
Кескәйҙәргә - ярҙам

Өфөлә әле ошондай 70-тән ашыу бала бар икән.

Теләгән һәр кем яңы биштәрҙәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары, китаптар, үҫтереүсе уйындар һәм уйынсыҡтар килтерә ала. Шулай уҡ 1 сентябрҙә балалар өсөн байрам ойоштороуҙа ярҙам итергә мөмкин: аниматорҙар, һый-ниғмәттәр, биҙәүестәр.

Был акция Өфөлә 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. Һорауҙарығыҙ булһа, ufajurav@mail.ru электрон почтаһына “1 сентябрь” тип яҙып мөрәжәғәт итегеҙ.

 

Фото: gorodufa.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас