+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
24 Июль , 05:47

Уҡытыусыларға — "Хеҙмәт ветераны" исеме

25 йылдан ашыу педагогик стажы булған уҡытыусыларға "Хеҙмәт ветераны" исеме биреләсәк. Был мөһим яңылыҡ хаҡында  Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған уҡытыусыларҙың статусы һәм уларға ярҙам тураһындағы указда яҙылған.

Уҡытыусыларға —  "Хеҙмәт ветераны" исемеУҡытыусыларға —  "Хеҙмәт ветераны" исеме
Уҡытыусыларға — "Хеҙмәт ветераны" исеме

Мәктәптә, колледжда йәки бүтән мәғариф учреждениеһында уҡытыусы булып эшләгән педагогтарға автоматик рәүештә биреләсәк был исем. Йәғни быға тиклем алған наградалар иҫәпкә алынмай.

Хөкүмәт алты ай эсендә педагогтарға биреләсәк танытманың берҙәм өлгөһөн әҙерләйәсәк.

Матур яңылыҡ, шулай бит?

Фото: irorb.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас