+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Яңылыҡтар
17 Сентября , 10:08

Кулинарҙар ярышты

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Өфөлә "Бала саҡты ҡайтарыу" фестивале бара. Бөгөн дә ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кулинарҙар ярыштыКулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты

Шуларҙың береһе - Волга буйы федераль округы төбәктәренән килгән етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың аш-һыуға оҫталығын күрһәтеүе. Балалар иртәнге аш әҙерләп күрһәтергә тейеш булды, ә жюри иң тәмле һәм креатив ризыҡты һайланы.

Иртәнге аш еңел дә, туҡлыҡлы ла булырға тейеш. Киров өлкәһенән килгән Дарья Головкова, мәҫәлән, тары бутҡаһы менән ҡоймаҡ әҙерләмәксе. Ҡалғандар ҙа күберәк бутҡаға өҫтөнлөк бирә икән. Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаусы Диана Токиева менән таныштыҡ.

- Банан өҫтәлгән һоло бутҡаһы, эремсек төрөлгән ҡоймаҡ, коктейль, емешле сироп әҙерләй башланым. Бешеренергә бик яратам. Үҙем әле ҡаламда колледжда ашнаҡсы һөнәренә уҡып йөрөйөм, - ти ҡыҙ. Уңыштар барыһына ла! Фестивалде ябыу тантанаһы иртәгә үтә.

Кулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты
Кулинарҙар ярышты
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас