

"Алға-Патриот" ойошмаһы етәксеһе Ринат Флүр улы Хәбиров быйылғы акцияның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. 2024 йылда һайлаусылар араһында ҙур бүләктәр уйнатылһа, был юлы акция ябайыраҡ. Төрлө магазиндар, ойошмалар ҡулланыусыларға ташлама бирергә әҙер. Улар 50 процентҡа тиклем булыуы мөмкин. Республика буйынса "Рәхмәт" акцияһына 1000-ләп нөктә ҡушылған. Дуҫтар, ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы? Фотолар ебәрә алаһығыҙ!