+9 °С
Ясно
VKOKМакс
Яңылыҡтар
25 Сентября , 09:37

11-се гимназияла - Аксаков көндәре

Республикабыҙҙа Аксаков көндәре башланды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
11-се гимназияла - Аксаков көндәре11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре

25 – 26 сентябрҙә Өфөлә һәм республикабыҙҙың төрлө райондарында күркәм байрам үтә. Ул билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арнала.

Халыҡ-ара Аксаков байрамы – республикабыҙҙа көтөп алынған сараларҙың береһе. Унда яҙыусылар, журналистар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре әүҙем ҡатнаша. 

Бөгөн Өфөлә саралар уҙған майҙансыҡтарҙың береһендә – Аксаков исемендәге 11-се гимназияла булдыҡ. Унда төрлө яҡтан йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу үтте. Уҡыусылар ныҡлы әҙерләнгән, концерт номерҙары ла күрһәттеләр.

Белем усағына Аксаков исеме 1995 йылда бирелгән. Яҙыусыға арналған бай музей эшләй. Ә бөгөнгө байрам хаҡында тулыраҡ урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Борисовна Гарманчук һөйләп үтте.

– Беҙҙә Аксаков көндәре йыл һайын ойошторола. Һәр саҡ тиерлек яҙыусының туғандары килә торғайны, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар булманы – сафтары һирәгәйә. Уның ҡарауы, төрлө ҡалаларҙан һәм хатта илдәрҙән билдәле вәкилдәр килде. Улар барыһы ла Сергей Аксаков менән бәйле – кемеһелер тормошон һәм ижадын өйрәнә, икенсеһе уның исемендәге музейҙа йә мәктәптә эшләй. Бөгөн Әхлаҡ дәресе үткәрҙек. Төп маҡсатыбыҙ – яҙыусы ғаиләһе һәм ижады миҫалында йәмғиәттә рухи-әхлаҡи традицияларҙы һаҡлау, – тине ул.

Фойела ҡуйылған бай күргәҙмә күҙҙең яуын ала. Баҡтиһәң, был байрамға йыл һайын һәр синыф үҙенең эшен тәҡдим итә икән. Ҡул эштәре нимәнән генә яһалмаған: еп, ҡағыҙ, япраҡ, сәскә, йәшелсә, емеш... Улар яҙыусының ижадына арналған.

Аксаков көндәре дауам итә. Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, дуҫтар.

 

Автор фотолары.

11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
11-се гимназияла - Аксаков көндәре
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас