

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ойошторолған журналистар өсөн матбуғат кәңәшмәһендә был яңы белем усағына уҡыусыларға нисек имтихан биреү, кемдәрҙе алыу хаҡында һүҙ барҙы. Унда республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм РМЛИ-ның эшмәкәрлеген ойоштороу һәм буйынса эшсе төркөмдөң етәксеһе Ринат Ҡорамшин ҡатнашты.
Лицейға уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтармы? Бының өсөн «РМЛИ-ға юл» олимпиадаһы үткәреләсәк. Әйткәндәй, уға теркәлеүҙең I этабы башланған да инде. Теркәлеүҙе республиканың «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге сайты аша үтергә: my.sirius.online/activity-p...
– Был олимпиаданы ойоштороу өсөн «Сириус» белем биреү үҙәге менән бергә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар ярҙамында уҡыу йортона балаларҙы һайлап аласаҡбыҙ. Бөтәһе лә ғәҙел буласаҡ, – тине сығышында Илдар Марат улы.
Ринат Ҡорамшин үҙенең 11 йыл педагогик хеҙмәтендә математика буйынса 100 баллыларҙы әҙерләүе хаҡында һөйләп, райондарҙағы балаларҙың да был фәнде яҡшы үҙләштерергә мөмкинлеге булырға тейешлеген әйтеп:
– Шуны иғтибарға алырға кәрәк: теркәлгәндә һәр кем үҙен генә яҙырға тейеш, сөнки икенсе мөмкинлек бирелмәйәсәк, – тине ул. – Ә II этап шәхсән осрашыу рәүешендә ойоштороласаҡ. Унда дистанцион олимпиадала иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәр генә ҡатнашасаҡ.
Шулай итеп, I этапҡа (2026 йылдың октябрь айы) теркәлеү 2026 йылдың 1 октябрендә «Сириус» белем биреү үҙәгендә башланһа, II этапта (2027 йылдың февраль-март айҙары) математика фәнен яҡшы үҙләштергән уҡыусылар III этапҡа үтәсәк. Ул йәйге лагерь-йәйге математика мәктәбендә ойоштороласаҡ (2027 йылдың июнь – июль айҙарында). Данлыҡлы яҡташыбыҙ, тәүге ЭВМ-дарын уйлап табыусы Бәшир Рәмиев исемендәге лицей-интернатына уҡырға ингән уҡыусылар киләһе йылдың 1 сентябрендә белем ала башлаясаҡтар. Шуға күрә буласаҡ VI, VII, VIII һәм IX синыфтарға уҡыусылар тупланасаҡ. Тимәк, бөгөнгө көндә V, VI, VII һәм VIII синыфта уҡып йөрөгән балалар ҡатнаша ала. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, балалар!
Әйткәндәй, яңы белем усағында һәр синыфта 20-шәр баланан торған өсәр параллель синыф булдырыу планлаштырыла. Алыҫ райондарҙан килеүселәргә бар уңайлыҡтары булған йәшәү урындары ла буласаҡ. Лицей-интернатта 360 уҡыусы өсөн белем алырға мөмкинлек булһа, 250 балаға йәшәү урыны ла планлаштырылған.
Кемдәр теүәл фәндәрҙе үҙ итә, килегеҙ, барыһы ла тик һеҙҙең өсөн, төплө белем алырға теләүсе уҡыусылар!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Автор фотоһы.