-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәш баҡсасыға
13 Май 2022, 10:35

Баҡсасыға файҙалы кәңәштәр

Ҡарағат төбөнә ҡомалаҡ ултыртһаң, емеш сирләмәй, уға ҡорт та төшмәй.

Ҡарағай ағасына яҡын ултыртылған крыжовникка тут төшмәй.
Ҡурай еләген алмағасҡа яҡын ултыртыу хәйерле. Һуған һәм һарымһаҡ ҡыярҙы бактериоздан һаҡларға ярҙам итә. Укроп ҡыярҙың уңышын күтәрә. Картуфты былтыр кишер, салат, һарымһаҡ, һуған, әнис һәм кәбеҫтә үҫкән ергә ултыртыу яҡшы. Шулай иткәндә картуф өсөн иң яман сир булған фитофтороз таралмай. Һарымһаҡ үҫемлектәрҙең тамыр системаһына ныҡ зыян килтергән оҙон аҡ ҡорттан ҡотолорға ярҙам итә. Ҡыяр һәм помидор эргәһенә ултыртылған һуған һәм торма үрмәксе талпанына үрсергә ирек бирмәй. Картуф араһына ултыртылған фасоль колорадо ҡуңыҙын ҡурҡыта.

Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».

Фото: glawmag.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: