+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәш баҡсасыға
17 Май 2022, 14:20

Ҡайҙа ултыртырға бел!

Георгиндарҙы башҡа сәскәләр менән бергә түгел,айырым итеп ултыртыу зауыҡлы. Бер урында бер генә төрлө сәскәләр матур күренә.

Лилиә сәскәләре лә айырым ғына үҫергә ярата, ғөмүмән, улар  борон-борондан аҡлыҡ, сафлыҡ билдәһе, “батшалар үҫемлеге” тип һаналған. Шуға ла аҡ төҫтәгеләрен мунса, гараж эргәләренә ултыртыу сәскәләрҙең бәҫен төшөрә. Лилиәләр айырым ғына, көнкүреш ҡорамаларынан алыҫ ерҙә үҫергә тейеш.

Астралар һәр бер баҡсала тиерлек үҫә, был аңлашыла ла, беренсенән, улар матур, артыҡ иғтибар талап итмәй. Тәпәш булғас, иң күренгән урынға ултыртыу отошло. Мәҫәлән, һуҡмаҡ янына.

Әлбиттә, сәскәләрҙе түтәл кеүек итеп тә сәсеп була. Тик был үҙенсәлекле түгел, шуға ла клумба эшләһәгеҙ, күпкә матурыраҡ булыр.

Иҫке күнәк йәки көршәк алып, уны сәскәләр үҫәсәк ергә ятҡырып, тәгәрәп йөрөрлөк булмаһын өсөн нығытып урынлаштырырға мөмкин. Көршәктең артҡы яғына төрлө-төрлө бейеклектәге, төрлө төҫтәге сәскәләр ултыртырға кәрәк. Ә инде алғы яғына асыҡ зәңгәр, бейек булмаған бер генә төрлөләрен сәсегеҙ. Тик сәскәләрҙең бер үк ваҡытта өлгөргән сорттарын һайларға онотмағыҙ. Клумба бик матур килеп сығасаҡ – ул һыуы түгелеп ятҡан көршәкте хәтерләтә. Бигерәк тә мәктәп, йәмәғәт биналары алдына бындай клумбалар эшләү уңайлы.

Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».

Фото: grandgames

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: