+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәш баҡсасыға
22 Июнь 2022, 16:35

Баҡсағыҙҙа кеблә бармы?

Кеблә (тля) баҡсалағы бар уңышты юҡҡа сығарыу көсөнә эйә. Уларҙан ҡотолоу юлын беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ,өйрәтәбеҙ.

Баҡсағыҙҙа кеблә бармы?
Баҡсағыҙҙа кеблә бармы?

10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нишатыр спирты һәм 1 аш ҡалағы кер йыуыу порошогы һалына. Ошо шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығығыҙ.

Спиртлы эсемлек, кока-коланы пульверизатор менән һиптереп сығыу ҙа кебләне юҡ итергә ярҙам итә.

200-300 грамм көлгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа һыуынғас, һөҙөп алып, 20 грамм кер һабынын ҡушып болғатығыҙ. Был шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.

 

Мәғлүмәт һәм фото:hakmar.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: