-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәш баҡсасыға
26 Июнь 2022, 18:05

Ҡул аҫтындағы дарыуҙар ярҙам итә

Ямғырлы йәй үҙенекен итә: әле тышҡа ултыртылған томаттар бирешмәһә лә, фитофтора ауырыуы килеп сыҡһа, “һә” тигәнсе уңышты юҡ итеүе ихтимал.

Ҡул аҫтындағы дарыуҙар ярҙам итә
Ҡул аҫтындағы дарыуҙар ярҙам итә

Ғәҙәттә, баҡсасылар үҙҙәре һынап ҡараған ышаныслы ысулдар менән эш итә. Мәҫәлән, күптәр аптекала һатылған метронидазолды ҡуллана. 200 грамм эремсек һыуына 10 миллилитр зеленка һәм ике таблетка метронидазол  ҡушып болғатҡас, тағы 2 литр һыу ҡушып, ошо эретмәне помидорҙарға һибергә кәрәк. Айырыуса үҫентенең япраҡтарына дарыу эләкһен.

Был алымды ҡыяр, борос, баклажанға ла ҡулланырға була. Ошо иҫкәртеү сараһы төрлө бәшмәк, серек һәм фитофтора ауырыуынан һаҡлар. Ике аҙна һайын үҫентеләргә һибеп торорға була.

Уңыш йыйыр алдынан ике аҙна был эшкәртеүҙән баш тартырға кәрәк. 14 көндә дарыуҙың эҙе ҡалмаясаҡ.

 

Мәғлүмәт һәм фото: Лилиә Нуретдинова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: