Сөнки уларҙа емеш бөрөләре иртәрәк асыла. Киҫкән урындарҙы баҡса һағыҙы йәки әлиф ҡушылған майлы буяу менән буяп ҡуйығыҙ.
Был осорҙа ағас-ҡыуаҡтарҙағы ҡышлаусы ҡоротҡостарҙан ҡотолоу сараларын да күрергә кәрәк. Мәҫәлән, 700 грамм мочевинаны (карбамид) бер биҙрә һалҡын һыуҙа эретеп һөҙөгөҙ ҙә баҡсалағы ағас-ҡыуаҡтарға һәм асылған тупраҡҡа һибеп сығығыҙ. Минераль ашламаның бындай көслө иретмәһе ҡоротҡостар организмында тоҙ алмашыныуын боҙасаҡ һәм уларҙы юҡ итәсәк.
Бындай эшкәртеү кешегә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй. Мочевина урынына хатта ғәҙәти аш тоҙо ҡулланырға ла була (10 литр һыуға 1 килограмм аш тоҙо һалырға мөмкин).
Сығанаҡ һәм фото: vk.com