Халҡыбыҙ августы “урағай” тип атай. Исеме үк әйтеп тороуынса, был осорҙа баҫыу-ҡырҙарҙа ҡыҙыу осорҙоң – ураҡ эштәренең гөрләгән мәле. Тәжрибәле баҡсасылар августа ниндәй эштәр башҡарырға кәңәш итә? Күптәр белә: быйылғы уңышты йыйып алыу менән бер рәттән киләһе йыл өсөн нигеҙ ҙә тап ошо мәлдә һалына.
Августа баҡса еләге ныҡлап емеш биреп бөтә. Һуңғы еләктәрҙе йыйып алыу менән тупраҡҡа ашлама индерәләр һәм йомшарталар. Өс-дүрт йыллыҡ еләктәрҙе тулыһынса яңыртыу хәстәрлеген күреү яҡшы. Уларҙың япраҡтарын сабып алып, юҡ итергә, ерен минераль ашлама менән туҡландырырға һәм яңы үҫентеләрҙе ултыртырға ҡулай ваҡыт. Төрлө ауырыуҙарға юл ҡуймау өсөн “Бордос ҡатнашмаһы” ҡулланырға кәңәш ителә. Уны әҙер килеш тә һатып алырға мөмкин, 100 г баҡыр купоросына 100 г һүндерелгән эзбиз, 10 литр һыу ҡушып, үҙаллы эшләргә лә була.
Ҡара ҡарағат, крыжовникты йыйып алғас, ҡыуаҡтарға мул итеп һыу һибәләр. Кипкәс, ерен йомшартып ҡуйырға онотмағыҙ.
Ҡурай еләгенең йәш үҫентеләрен ҡалдырып, емеш биргәндәрен төптән үк, ер менән тигеҙ итеп, ҡырҡығыҙ, яҡшы итеп һыу ҡойоғоҙ.
Ергә ҡойолған слива, груша, алманы даими йыйып алып торорға кәрәк. Ашарға яраҡһыҙҙарын – боҙолғандарын, сирлеләрен ергә күмә барығыҙ, ул яҡшы компост буласаҡ. Ағастарҙың эргә-тирәһен йомшартып сығыу ҙа зыян итмәҫ. Уңышты тулыһынса йыйып алғандан һуң, һәр ағасты ентекле тикшерегеҙ: олонда ярыҡтар, яралар барлыҡҡа килмәгәнме, уларҙы ваҡытында дауалағыҙ.
Ғәҙәттә, августа сейә ағастарында коккомикоз ауырыуы тарала. Был осраҡта ла үрҙә телгә алынған “Бордос ҡатнашмаһы” ярҙамға килер, тик был юлы 3 процентлы иретмә кәрәк буласаҡ (300 г баҡыр купоросы, 400 г һүндерелгән эзбиз, 10 литр һыу). 30 процентлы карбофос ҡушылған иретмә лә файҙалы.
Ҡара ҡарағатта һәм крыжовникта антракноз сире барлыҡҡа килеүсән (япраҡтар тап менән ҡаплана, кибә, иртә ҡойола). Шулай уҡ күп баҡсасылар онло ысыҡтан да зыян күрә. Уларға ҡаршы 300-400 г тәмәке менән 40 г кер һабынын ун литр һыуҙа бер тәүлек төнәтергә, иртәгәһе көнгә һөҙөп һибергә кәңәш ителә.
Алда әйткәнебеҙсә, августа емеш ағастарының киләһе уңышына нигеҙ һалына, шуға күрә тап ошо мәлдә фосфор һәм калий ашламалары индерелә. Сейә, абрикос, слива өсөн иретмә түбәндәгесә әҙерләнә: бер биҙрә һыуға (ун литр) ике аш ҡалағы суперфосфат, бер аш ҡалағы көкөртлө-әсе калий алына. Һәр ҙур ағас төбөнә дүртәр биҙрә ошо иретмәне ҡойоп сыҡҡас, еүеш ергә бер литрлыҡ банка менән көл һибергә кәрәк.
Күп кенә тәжрибәле баҡсасылар август айында алма, груша төбөнә гәрсис сәсә. Сентябрҙә уны ергә күмергә кәрәк. Гәрсис – бик яҡшы ашлама, тупраҡтағы төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу сифатына эйә үҫемлек.
Августа йәшелсә үҫеүен дауам итә. Помидор, картуфта ошо осорҙа фитофтороз сире барлыҡҡа килеүсән. Баҡса өсөн тәғәйен кибеттәрҙә был ауырыуға ҡаршы һәр төрлө препараттар етерлек. Үҫтергән уңышты әрәм иткегеҙ килмәһә, ваҡытында хәстәрлек күрегеҙ.
Ҡыяр түтәлендә япраҡтар ныҡлап һарғая башлай, уларҙы даими өҙөп ташлап барырға тырышығыҙ. Теплица, парниктарҙағы йәшелсәгеҙ оҙағыраҡ уңыш биреп ҡыуандырһын тиһәгеҙ, туҡландырып торорға онотмағыҙ. Әгәр дөрөҫ тәрбиәләһәгеҙ, сентябрҙә лә үҙ баҡсаңда үҫкән ҡыяр менән һыйланырға мөмкин.
Августа укроп, редис, салат кеүек үҫемлектәрҙе ҡабаттан сәсергә мөмкин. Өлгөрөүенә ҡарап, һуған, һарымһаҡ ҡаҙып алына.
Йыйып алған уңышығыҙҙы, яһаған ҡайнатма-салаттарҙы һаҡлауға ҡуйыр алдынан баҙҙы, йәшелсә һаҡлағыстарҙы мотлаҡ эшкәртергә кәрәк. Ябай ғына эзбиз менән аҡлау ҙа арыу уҡ зыянлы бәшмәктәрҙән, бактерияларҙан ҡотолорға ярҙам итер. Һуңғы йылдарҙа күптәр подвалды, баҙҙы көкөртлө газ менән эшкәртеүҙе ҡулай күрә. Тик уның ағыулы химик матдә булыуын оноторға ярамай һәм эшкәртеү барышында тейешле һаҡланыу сараларын үтәү мотлаҡ. Ул баҡса тауарҙары кибеттәрендә һатыла һәм бәшмәк, бөжәктәр менән бер рәттән, кимереүселәргә ҡаршы ла бик һөҙөмтәле сара һанала. Иң мөһим талап – хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Зәлиә БАЙҒУСҠАРОВА.
Сығанаҡ: ejansura.ru.
Фото:yandex.ru.