*Ерҙән япраҡтар, ҡойолған емештәрҙе йыйығыҙ.
*Ағастарҙы фосфор-калийлы ашлама менән туҡландырығыҙ.
*Емеш ағастарының йәш үҫентеләрен сәсеү өсөн соҡорҙар әҙерләп ҡуйығыҙ.
*Ҡурай еләге ботаҡтарын ергә эйегеҙ – улар ҡар юрғаны аҫтында ҡыш сығырға тейеш.
*Ауырыу ботаҡтарҙы йыйып яндырығыҙ.
*Һуңғы йәшелсәләрҙе йыйырға ваҡыт.
*Түтәлдәрҙе ҡаҙып сығып, ашлама индерегеҙ.
*Теплицаға дезинфекция үткәрегеҙ.
*Ҡышҡылыҡҡа кишер, петрушка, укроп сәсеп ҡалдырырға була.
*Компост әҙерләп, өҫтөн ябып ҡуйығыҙ.
*Бер йыллыҡ сәскәләрҙе лә сәсергә мөмкин.
Фото: yandex.ru.