Һәр төбәктең климат үҙенсәлектәре бар бит. Хатта бер республика эсендә лә "йылыраҡ" һәм "һыуығыраҡ" яҡтар була. Шулай ҙа...
Һарымһаҡ, һуған, кишер, редис һәм сөгөлдөр һалҡынға бирешеп бармай. Помидор, гәрсис, картуф менән кукурузды ҡышлатыусылар бар.
Йәшел тәмләткестәрҙең күбеһе ҡышты яҡшы үткәрә: укроп, петрушка, базилик, пастернак, сельдерей, ҡуҙғалаҡ, йылан тамыры, бөтнөк, мелисса үләндәре.
Сәсер өсөн ҡалҡыуыраҡ урын һайлағыҙ. Ҡар иреп, һыу йыйылып ятҡан осраҡта үҫенте серейәсәк.
Фото: yandex.ru.